Ауыл хужалығы көндәлеге (Әбйәлил районы)

Әбйәлил районы баҫыуҙарында яҙғы сәсеү эштәре киң ҡолас менән алып барыла. «Аграрий» һәм «Иҙел+» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре яҙғы баҫыу эштәрен теүәлләне лә инде.  Р. Р. Юлдыбаев, В. Серпков, В. Старцев фермер хужалыҡтары ла эште дәррәү алып барыпу, тамамлауға яҡынлаштылар.

Башҡа хужалыҡтар, КФХ-лар игенселәре лә орлоҡто ерҙә дым булғанда һәм ҡулай ваҡытта һалып ҡалыу өсөн көндө-төнгә ялғап етештереүсәнле эшләй.

Район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы В. Н. Миянов белдереүенсә, кисәге көнгә тотош район буйынса техник культураларҙы сәсеү тамамланған. Иген культуралары 53 мең гектар майҙанда сәселгән, был тотош майҙандың 81 процентын тәшкил итә. Шуларҙан яҙғы иген культуралары 40 мең гектарҙы биләгән (90 процент).

Артабан иһә ҡарабойҙай, көнбағыш кеүек йылылыҡ яратыусы культуралар һәм бер йыллыҡ үләндәр орлоҡтарын бураҙналарға һалырға ҡала. Сәсеү эштәренә бөтәһе 84 агрегат йәлеп ителгән, тәүлеккә улар яҡынса 3000 гектар эшләнеш бирә.

Вил Нәжип улы әйтеүенсә, сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта һәм уңайлы шарттарҙа атҡарып сығыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Орлоҡ материалы хәстәрләнгән, уларҙы ағыулау препараттары ваҡытында ҡайтарылған, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары ла  бар.

 Әлбиттә, сәсеү материалының ниндәй булыуы уңышҡа туранан-тура бәйле. Россельхознадзорҙың «Башҡортостан референт үҙәге»нең Әбйәлил районындағы бүлексәһенең баш агрономы Фәтих Тимерйәнов белдереүенсә, хужалыҡтар, фермерҙар сәсеүгә ситтән индергән бөтә орлоҡтар төрлө ауырыуҙарға, ҡый үләндәре ҡатнашмаһына районда һәм Шишмәләге махсус лабораторияла тикшереү үткән. Тимәк, район баҫыуҙарында хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән продукция үҫтереләсәк.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей