Ауыл хужалығы – һүрәттәрҙә
ылтыр дүртенсе тапҡыр республикала Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө сиктәрендә балалар араһында “Минең ерем – минең байлығым!” һүрәт-тәр конкурсы уҙғайны. Конкурстың маҡсаты булып ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын күтәреү, балаларҙа ауыл хужалығына, ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау тора. Конкурсты уның бағыусыһы - “БашИнком” ойошмаһы Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы, Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы менән берлектә йыл да уҙғара.
Ижади бәйгелә республика буйынса 420 бала ҡатнашып, шуның 47-һе беҙҙең район һәләттәре. Улар араһында Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты (18 уҡыусы), Табын коррекция мәктәп-интернаты (19 бала), Аҡкүл (3), Красноусолдағы 1-се (4), 2-се мәктәп уҡыусылары ла (2) әүҙемлектәре менән айырылған.
Гәзитебеҙҙең уҙған йылғы һандарының береһендә хәбәр итеүебеҙсә, КБГИ-ның 3 “Б” класы уҡыусыһы Азалия Мөхәмәтдинованың конкурс эше 3-сө урын менән баһаланып, ҡыҙ компьютер креслоһы менән бүләкләнгәйне. Яңы йыл байрамдары алдынан “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” ДБУ-һы директоры Юрий Александрович Родионов балаларҙың башҡаларына ла үҙҙәре уҡыған белем учреждениеларына барып министрлыҡтың дәртләндереү бүләктәрен һәм Дипломдар таратып сыҡты.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан Камил Хәйретдинов, Әлиә Хәмзина, Диана Хәбибуллина, Илнара Ашурова, Самира Мөхәррәмова, Радмир Ғәзизов, Нәркәс Басирова, Ләйсән Резбаева, Самира Ноғайғолова, Алмаз Мөхәмәтдинов, Алһыу Арыҫланова, Азалия Теләүморатова, Эльвина Шәфиева, Алина Әмирханова, Камилла Ғүмәрова, Аҡйондоҙ Нәзирова, Гөлфирә Фәтҡотдинова; Табын коррекция мәктәп-интернатынан Артур Мифтахов, Рамазан Абдуллин, Сергей Шеин, Радмир Әхмәтов, Гөлиә Ибәтуллина, Артур Фәтҡуллин (ике һүрәт төшөргән), Арыҫлан Ямалиев, Алия Рузиева, Фаил Фәтҡуллин, Вадим Насиров, Юнир Шафиҡов, Марсель Насиров, Динар Корюков, Айнур Богданов, Игорь Башкиров, Рөстәм Әбсәләмов, Илназ Батталов, Илья Желтов, Айгиз Ноғайғоловтар Дипломдар һәм
иҫтәлекле бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Шулай уҡ республика конкурсына уҡыусыны әҙерләгән коррекция мәктәбенең бер төркөм уҡытыусы-тәрбиәселәренә БР Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
- Йыл һайын районыбыҙ уҡыусылары был конкурста әүҙем ҡатнашып килә һәм шуныһы һөйөнөслө: балаларыбыҙ призлы урындар яулай. 2020 йылғы конкурста Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡыусыһы 1-се урын яулап, планшетҡа эйә булғайны. Шулай булғас, стимул бар, киләһе йылда тағы ла күберәк ҡатнашыусылар булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ, - тине Юрий Родионов балаларға төбәп.