Ауыл хужалығы Фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперативтарына грант һәм субсидиялар

Башҡортостан Хөкүмәте «Фермерҙарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыу һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү» төбәк программаһы буйынса гранттар һәм субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Республика проекты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Финанс ярҙамына түбәндәгеләр иҫәп тота ала:
– фермер хужалыҡтары «Агростартап» гранты рәүешендә 3 миллион һумға тиклем. Әгәр ошо гранттың бер өлөшөн крәҫтиән (ферм
ер) хужалығы ағза булып торған ауыл хужалығы етештереү кооперативының бүленмәгән фондын ойоштороу өсөн файҙаланыу күҙ уңында тотола икән, гранттың суммаһы 4 миллион һум тәшкил итеүе мөмкин;
– ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары ағымдағы йылда тотонолған сығымды ҡаплауға — сығымдың 50% тиклем;
– ауыл хужалығы кооперациялары өлкәһендә компетенциялар һәм маҡсатлы сығымдарҙы берлектә финанслау рәүешендә фермерҙарға ярҙам күрһәтеү үҙәктәре.
Норматив документация раҫланғас, конкурста ҡатнашыуға документтар ҡабул итеү башлана. Ошо хаҡта мәғлүмәт Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтына урынлаштырыла.
М. Ѓәлиева, Хәйбулла хәбәрҙәре гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей