Ауыл халҡын ашлы итеп...

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Павел Ватолин етәкселек иткән “Ленинский” хужалығы төбәктә эре һәм тотороҡло эшмәкәрлек алып барғандарҙан һанала. Бында, нигеҙҙә, үҫемлекселек, малсылыҡ үҫешкән.

– Уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек, башҡаларға өлгө булырҙай тәжрибәбеҙ байтаҡ, шуға ла беҙгә кәңәш һорап төрлө тарафтан киләләр, – ти хужалыҡ рәйесе. – Төбәктә тәүгеләрҙән булып яҙғы баҫыу эштәренә тотоноп, ошо арала уны тамамларға ниәтләйбеҙ. Шөкөр, мал ҡышлатыу ҙа уңышлы барҙы, бөгөн мал – йәйләүҙә.

Йәмғиәт эшсәндәре 10 меңгә яҡын ерҙе эшкәртә, уларҙы минераль ашламалар менән туҡландырғас, көҙ баҫыуҙар мул уңышы менән ҡыуандыра. Бында бөгөн өс ауылдан 176 кеше хеҙмәт урыны тапҡан. Йәштәрҙең туған хужалығын ташламай, ауылды һайлауына етәкселек ҡыуанып бөтә алмай. Ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә йәмғиәт үҫеше өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Белемле кадрҙарға ла ҡытлыҡ юҡ, күрше ауыл, райондарҙан да эш һорап мөрәжәғәт итәләр икән.

Йәмғиәттә эш туҡтағаны юҡ, яңы оҫтахана төҙөп ултыртҡандар. Бынан тыш, йылы гараждар, көҙгө муллыҡты һаҡлау өсөн һыйҙырышлы келәттәр сафҡа индерелгән. Хужалыҡтың таҡта ярҙырыу, столяр цехтары ла бар – халыҡҡа ошо тәңгәлдә лә хеҙмәт күрһәтелә. Техника паркы бай, уны яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр. Һөтсөлөк фермалары һөт, һыу үткәргестәр менән заманса йыһазландырылған, ҡеүәтле һыуытҡыстар продукцияны сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә.

“Ленинский” хужалығы тоҡомло һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә, 1998 йылдан бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған. Бөгөн көтөүҙә ике мең башҡа яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Бынан тыш, сусҡа, йылҡы ла тоталар. Тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнгәс, йыл һайын йәмғиәт көтөүҙе йәш таналар менән тулыландыра, 100-ҙән ашыу баш һатыуға сығарыла, уңайлы килешеүҙәр ярҙамында мал иткә оҙатыла. 

Хужалыҡтың ярымфабрикаттар, колбасалар етештереү цехы ла уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Ауыл халҡын йылы икмәк менән дә тәьмин итәләр. Шуныһы мөһим: цех хеҙмәткәрҙәре продукцияға төрлө өҫтәмә, тәм көсәйткестәр ҡушмай, тик тәбиғи сеймалдан ғына етештерә. Бөгөн бында 20-гә яҡын төрлө ярымфабрикат етештерелә. Халыҡ та яратып һатып ала, сөнки хаҡы әллә ни ҡиммәт түгел. Әҙер продукция “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” сауҙа билдәһе менән район ауылдары магазиндарына ла оҙатыла.

“Ленинский” хужалығы базаһында былтыр ноябрь айында “Бобин” ауыл хужалығы кооперативы ойошторғандар. Әле уға 17 пайсы ингән, ә “Ленинский” хужалығы юридик шәхес булараҡ теркәлгән. Ошо база нигеҙендә пайсылар ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә, ҡуртымға бина, продукция етештереү өсөн ҡеүәтле ҡоролмалар һатып алғандар. Бында хәҙер алты кешегә эш урыны булдырылған. Грант алыуға ла өлгәшкәндәр: дәүләттән бүленгән аҡсаға заманса ҡоролма алғандар. 

Әле цех хеҙмәткәрҙәре көнөнә өс мең тоннаға яҡын ит эшкәртеп, 700 килограмм продукция етештерә. Әҙер продукция район ауылдарына һатыуға сығарыла.

– Эшләргә дәрт-дарман етерлек. Шөкөр, сифатлы һәм шул уҡ ваҡытта осһоҙ продукция етештереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, ҡулланыусылар ҙа беҙҙең аҙыҡ-түлекте яратып һатып ала, – ти кооператив рәйесе Алена Елисеева. – Киләсәктә яңы ҡоролмалар һатып алыу, продукция төрлөлөгөн арттырыу, икмәк бешереү цехы асыу күҙаллана. 

Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Башҡортостан гәзите.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей