Ауыл халҡы матур йәшәргә теләй

Аптраҡ ауылы биләмәһе халҡы Хакимиәт көндәренә дәррәү йыйылды, сөнки район власына уларҙың һорауы байтаҡ йыйылғайны. Йыйылыш башланыр алдынан уҡ сараның икенсе өлөшөндә көтөүлек һәм бесәнлек мәсьәләһенә туҡталыуҙы һоранылар.

Шуға ла район Хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Сергей Новожениндың һәм шулай уҡ урындағы етәксе Зөфәр Ғималетдиновтың үткән йылғы эшмәкәрлеккә отчет сығышы тамамланыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар. Уларҙы бөгөн иң борсоған һорау - Томансынан Хәсәнгә тиклемге 460 гектар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге  участканың “Толпар” ат-спорты комплексы муниципаль унитар предприятиеһына бирелеүе. Алдан аңлатыу эше алып барылһа, был мәсьәлә артыҡ шау-шыу тыуҙырмаған да булыр ине, бәлки. Әммә был һорау бөгөн бар һәм уға яуап кәрәк. “Быға тиклем мал көткәнһегеҙ икән, көтөгөҙ йәки бесән әҙерләгәнһегеҙ икән, әҙерләгеҙ” - тигән яуап ҡына тынысландырманы ярһыған аптраҡтарҙы. Бер нисә кешенән инициатива төркөмө юғары даирәләргә хат яҙырға әҙерлеген әйтте. Мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе март аҙағына тиклем яуап әҙерләргә вәғәҙә бирҙе.

Томансы ауылында фельдшер булмауына борсолоу белдереүселәр булды. ФАП бар, унда ремонт эштәре башҡарыу планға индерелгән, ә медицина хеҙмәткәре юҡ! Апастан Шафиға апай Йәмилева ауыл халҡының сүп-сар реформаһы менән тулыһынса килешеп бөтмәүе хаҡында һөйләне. Шулай уҡ был тораҡ пунктта йәшәүселәрҙе Ағиҙел ярының ишелеү хәүефе борсой.

Ғөмүмән, йыйылышта ҡатнашыусылар ауылда йәшәгәндәрҙең тормошон яҡшыртыуға ҡағылған байтаҡ мәсьәләне күтәрҙе. Урамда бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙең кеше именлегенә, ғүмеренә хәүеф янауы, юл транспорты ваҡиғаларын булдырмауҙа һәм автомобилдәрҙең төҙөклөгөндә ҙур роль уйнаған юлдарҙы ремонтлау, тейешле билдәләр урынлаштырыу кеүек мөһим проблемалары менән мөрәжәғәт иттеләр. Суррогат спиртлы эсемлектәр һатып, ваҡытһыҙ үлемгә сәбәпсе булған, ғаиләләрҙе тарҡатҡан, балаларҙы йәтим ҡалдырған кешеләргә ҡарата һөҙөмтәле саралар ҡабул итеүҙәрен һоранылар.

Аптраҡтарҙың яҡшыраҡ йәшәргә ынтылыуҙары оҡшаны. Улар бөгөн булмаһа, иртәгә матур көн итеүҙәренә ышана. Шулай булмаһа, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында дәррәү ҡатнашырҙар инеме? Өс йыл рәттән ҡатнашып, биләмәгә трактор, янғын машинаһына тағылма алғандар. Былтыр Хәсән ауылында мәҙәниәт йорто янында заманса балалар майҙансығы төҙөлдө. Быйыл Апаста Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәлгә заявка биргәндәр. Уларҙың бөгөнгө әүҙемлеген, илһөйәрлеген иҫәпкә алһаң, ошо һәм башҡа ниәтләгән эштәрен уңышлы атҡарып сығыуҙарына шик юҡ.

 Лена СӘЛИХОВА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей