Ауыл эшсәндәре ураҡҡа әҙер

Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында быйылғы уңышты йыйыу һәм ужым культураларын сәсеүгә әҙерлек буйынса семинар-кәңәшмә үтте.

            Район етәкселеге, район ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡ етәкселәре, урыу йыйыуға һәм киләһе йыл уңышына нигеҙ һалыу тураһында фекер алышты. Ҡатнашыусылар бер-береһенә техник йәки финанс яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеген белдерҙе.

            Кәңәшмәне район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов асты һәм барыһына ла ысын күңелдән яҡшы уңыш теләне. Райондың һөҙөмтәләре республикала иң яҡшыларының береһе булырына ышанысын белдерҙе. Бынан тыш, ул ужым культураларын ваҡытында сәсеү әһәмиәтен билдәләп үтте.

            Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ринат Бикбулатов план һәм бурыстар менән таныштырҙы, ужым культураларын сәсергә әҙерләү тураһында сығыш яһаны. Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Сибәғәт Ғәйнуллин ураҡ кампанияһын үткәреү стратегияһы менән таныштырҙы.

            Техниканың тикшереү һәм хәүефһеҙлек саралары тураһында Дәүләт техник күҙәтеү инспекторы Илгизәр Кинйәбулатов һөйләне. Хеҙмәт һағы буйынса баш белгес Руслан Хисамов урып йыйыу эштәре барышында һәм иген һаҡлау урындарында янғын хәүефһеҙлеге, хеҙмәт шарттары торошо темаһын күтәрҙе.

            Сара аҙағында “Мәләүез элеваторы” йәмғиәте директоры Наил Мөхәмәтйәнов та үҙ һүҙен әйтте. Ул игенде ҡабул итеү һәм һаҡлау шарттарын иҫкә төшөрҙө, элеваторҙың әҙерлеген белдерҙе.

            Көҙ яҡынлаша һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренең эше ғәҙәттәгесә күп. Игенде ваҡытында йыйыу, дөрөҫ итеп һаҡлау, ужым культуралары сәсеү түҙемлелек һәм ваҡыт талап итә.

Алмаз БУРАҠАНОВ.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей