АТҠАҘАНҒАН ХАЛЫҠ АРТИСЫ РОЗА АҠБАШЕВА

Таҙлар ауылында йәшәүсе Роза Аҡбашева (Байгилдина) 1927 йылғы, йәштән сая була, 18 йәшендә үк колхозда бригадир булып, мал аҙығы-бесән әҙерләүҙә ойоштороу эштәрен алып барған. Ул бик күп тарихи ваҡиғалар шаһиты, мәҫәлән, 1946 йылда ашлыҡ ныҡ уңды, әммә ҡойма ямғырҙар уны тулыһынса йыйып алырға форсат бирмәгәнлектән, 1947 йылға иген запасы ҡалманы, шунлыҡтан халыҡ асыҡты, интекте, тип хәтерләй. Роза Аҡбашева (Байгилдина) сығышы менән Күгәрсен ауылы ҡыҙы, бөгөн 92 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағинәй бик яҡшы торошта һаҡланған, донъяға ҡарашы киң, тормошто ярата һәм ҡәҙерен белә. 40 йылдан ашыу ғүмерен мәҙәниәткә арнаған, биләмәләштәре уны яратып, әле һаман да Атҡаҙанған халыҡ артисы, тип йөрөтә. бала саҡтан йырлаған. Ҙурайғас, сәхнәлә йөрәктәрҙе әрнетерлек итеп, шулд уҡ ваҡытта аһәңле башҡарған  йыры "Зөлхизә" булған. Тауышы данлыҡлы йырсы Фәриҙә Ҡудашеваныҡына оҡшаш булыуына хайран ҡалыусылар булған. 

   Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тол ҡатыны, тыл эшсәне Роза Аҡбашева легендар тарихи яҙмыш хужаһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей