Атайым тормошо – быуындар яҙмышы

Атайым Ишмөхəмəтов Ғəфүр Таһир улы яҙмышы – шул быуындың күп кешелəре яҙмышы ул: коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы ауыр заманалар, үҙгəртеп ҡороу йылдары. Ул 1926 йылдың 25 декабрендə крəҫтиəн ғаилəһендə донъяға килə. Тыуған ере Күгəрсен районы Хоҙайбирҙе ауылы. Таһир һəм Ғəбиҙə Ишмөхəмəтовтарҙың татыу ғаилəһендə ҡыҙҙары Мəрфүғə, улдары Ғəфүр һəм Насир тəрбиəлəнə. Уларҙың тотҡан хужалыҡтары ҙур һəм килемле була, эшһөйəр ғаилə мул тормошта йəшəй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үҙ ҡағиҙəлəрен индерə: хəлле крəҫтиəн тип, уларҙың өйөн, мал-тыуарын һəм ауыл хужалығы инвентарҙарын конфискациялайҙар. Ғаилə урамда тороп ҡала. Был октябрь аҙағы, ноябрь баштары булған хəл. Балаларҙы аслыҡ, һыуыҡтан, яңы хөкүмəт эҙəрлеклəүенəн һаҡлап ҡалыу өсөн, уларҙың ата-əсəһе ауылдан сығып китергə тигəн ҡарарға килə. Тиҙ генə балалар менəн кейем-һалымдарҙы йыйып, бəлəкəй Насирҙы санаға ултыртып, ауылдан йəйəүлəп Ишембайға барып етəлəр. Олатай менəн өлəсəй ҡул менəн ер өй соҡоп, көнкүреш итə башлайҙар. Тупраҡ өйҙөң тəҙрəлəре яртылаш ҡына күренеп тора. Бер аҙ ваҡыт үткəс, олатай, өлəсəйҙең тыуған Күмертау районы Ялсыҡай ауылына барып төплəнергə тигəн уйға килə. Ауылға күсеп, өй һалып, Апатит тау эргəһендə, Шайтан йылғаһы буйында һыу тимəне төҙөп, яңынан яҡшы тормошҡа килəлəр. Ваҡыт үтеү менəн үҙҙəренең ҙур хужалыҡтары ойошторола. Улар йəшелсə үҫтерə, мал үрсетə, ауыл халҡының ихтирамына лайыҡ ғаилəһенə əүерелə. Ауылда алынған табыштың: он, һөт, йомортҡа, йөндөң яртыһын колхозға тапшыралар. Атайым Ғəфүр бик аҡыллы булып үҫə. Ете йыллыҡ мəктəпте тик «бишле»гə генə тамамлап сыға, уға аныҡ фəндəр еңел бирелə. Ул оҙонса буйлы, бөҙрə сəсле, йəшел күҙле матур егет була. Ата-əсəһе кеүек ер эшен ярата. 1941 йылдың 22 июнендə, тыныслыҡ килешеүен боҙоп, алдан иҫкəртмəйенсə фашистик Германия, Гитлер илебеҙгə ҡаршы яу аса. 1942 йылдың 12 июль көнөндə, 16 йəшлек Ғəфүр үҙ телəге менəн фронтҡа китə, уның менəн бергə тағы 6 егет була. Уларҙы бөтə ауыл халҡы оҙатып ҡалған. Ғəфүр Ишмөхəмəтов 1943 йылдың 30 октябрендə ВЛКСМ ойошма ағзаһы итеп алына һəм 1-се ноябрҙə ул 610-сы уҡсылар полкына атыусы итеп ебəрелə. Меңдəн ашыу көн һəм төндəр буйына ҡыйыу совет яугирҙəре яуыз дошман менəн алыша, бар телəктəре – ерҙе фашистарҙан азат итергə. Атайым 1943 йылда Югославия илен азат итеүҙə ҡатнаша. 1944 йылдың апрелендə, Венгрия өсөн барған алыштарҙа терһəгенə йəрəхəт алып, Менисуе ҡалаһындағы госпиталгə элəгə. Һауығып сыҡҡас, һуғышты Австрия ерҙəрендə дауам итə. 1944 йылдың 11 авгусында ул ике ауыр йəрəхəт һəм контузия ала, ҡолаҡтары ишетмəй. Бер аҙна тигəндə, 17 август көнө Веналағы «Марьина Роща» госпиталенə килеп элəгə, бында ул 1945 йылдың 11 ғинуарына тиклем ята. 1945 йылдың 8 майында бер һүҙһеҙ капитуляция актына ҡултамға ҡуйылыу тураһында иғлан ителə. Еңеүҙе иғлан итеп бер ай үткəс, яугир-батырҙарҙы Вена ҡалаһына, ə унан Польша аша тыуған ергə оҙата башлайҙар. Арыған һалдаттар тиҙерəк өйҙəренə ҡайтып, яҡындарын күрергə ашҡына. Күптəр һуғыш яланында тороп ҡалған. Беҙҙең атай: «Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ҡаһарман һəм фиҙаҡəр хеҙмəте өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгə 20 йыл», шулай уҡ, «Еңеүгə 30 йыл», «Еңеүгə 40 йыл», “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгə 25 йыл” билдəһенə “Ҡаһарманлыҡ һəм батырлыҡ өсөн”, «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгəн өсөн», «СССР Хəрби көстəренə 50 йыл», «Сиҙəм ерҙəрҙе үҙлəштереү өсөн», «Хеҙмəт ветераны», «Жуков» миҙалдары һəм «1-се дəрəжə Ватан һуғышы» ордены менəн наградалана. Атайыбыҙ аҙ һүҙле булды, һуғыш тураһында һөйлəргə яратманы. Иҫенə төшөрөргə лə телəмəгəндер. Башҡа һуғыш булмаһын, балалары тыныс тормошта йəшəһен тип телəй ине. Өлкəн улына һөйлəгəндəрҙəн бер аҙ иҫтəлектəр ҡалған: улар, һыу эсендə ултырып, командирҙар бик мөһим булған хəбəрҙəрҙе һөйлəшеп, аралашһын өсөн бəйлəнеш сымдарын тоташтырып торған. Һуғыш ҡоралы етмəгəндə, вафат булып ҡалғандарҙыҡын алып, алышҡа сыҡҡандарын бəйəн иткəн. Шулай бер алышта, төнгөлөктə йылғаның икенсе ярына сығырға кəрəк. Был ваҡиға ноябрь айында, йылға туңа башлаған ваҡытта була. Баш осонан туҡтамай пулялар ямғыры һыҙғыра. Йəрəхəтлелəрҙе ҡотҡарыр өсөн шəфҡəт туташтары ла һыуға яҡын килə алмай. Йөҙə белгəндəр тырышып, яр ситенə сығырға ашыға, йəш кенə медсестралар уларға ярҙамға килə. Кемде сығарып өлгөрмəйҙəр, йылғаға туңып, боҙ аҫтына батып китə. 1945 йылда өйгə ҡайтҡас, атай иң матур ҡыҙға – Рахманғолова Райхан Сидиҡ ҡыҙына өйлəнə. Атайҙың инвалид булып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, улар бер-береһен яратышып ҡауыша. Ул Таймаҫ колхозының Лена бүлегендə эшлəй. 1946 йылдан учетчик, һуңынан, хаҡлы ялға сыҡҡансы келəт хужаһы һəм үлсəүсе вазифаларын башҡара. Кирбестəн өй һалып сығалар. 8 балаға ғүмер биреп, уҡытып, тəрбиəлəйҙəр. Бала йəнле атайыбыҙ беҙҙең өсөн бер нəмə лə йəллəмəне, гармунын да, фотоаппарат, магнитофонын да, саңғы-санаһын да алып бирҙе. Ул ауырлыҡтарға баш эймəне. Ишетеү һəлəте насар булғас, ҡолаҡ аппаратын тағып, машина йөрөтөргə өйрəнеп, йөрөтөү танытмаһы ала. Запорожец машинаһы һатып алды. Гəзит-журналдар уҡырға ярата ине, бигерəк тə «Ағиҙел» журналын үҙ итте. Зиһене ныҡ булды уның, латин, ғəрəп телендə булған китаптарҙы уҡыны. Оҙаҡ йылдар мулла була. 9 Май байрамдарында атай парад формаһы кейеп, əсəй менəн тантанаға сығып йөрөр ине. Илебеҙҙе яҡлаусы герой-атайым булыуы менəн мин һəр ваҡыт һоҡландым, ғорурландым. 2000 йылдың 8 авгусында, оҙаҡ ауырығандан һуң атайыбыҙ яҡты донъянан китə. Лəкин беҙҙең йөрəктə ул һəр саҡ батыр булып ҡала. Əлфиə ƏМИНОВА Шəбағыш ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей