Атайлы уландар – арҡалы

Атайлы – арҡалы, тип белмәй әйтмәгән халыҡ. Барҙың барлығы, юҡтың тарлығы тейә, тигәндәй, атайлылар атаһынан һис юғында нимәгә булһа ла өйрәнә. 

Яуымбай уҙаманы Рәмил ағай Латиповты ғына алайыҡ - эш юҡ, көш юҡ, тип зарланып ултырырға шыпа ғына ваҡыты юҡ уның. Ҡасан ҡарама, ҡырҙа, яланда. Бер үҙе лә түгел. Уландары менән. Ошоға тиклем алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы Артур улы менән икәү бәрәшкәләшеп КФХ-ларын һөйрәһәләр, хәҙер Тимурын да ҡайтарған. 

Яуымбайҙы үткәс тә тауға күтәрелгәндә уң яҡта ятҡан Тумарҙыҡ яланындағы бесәнен сабып, инде тракторҙарына тырма тағып йыйырға ла йөрөйҙәр. 

- Тумарҙыҡтың майҙаны - 16 га. Өлөкөгөн саптыҡ, бөгөн бына тырма тағып йыйырға уй. Тимур әрменән һуң ҡырҙа йөрөнө. Хәҙер олоғайып барыла, тормош дилбегәһен малайҙарға тапшырыр мәл дә етеп килә. Күрһендәр, өйрәнһендәр, әле эштәрен бәрәшкәләшһәм дә, һуңынан сәй ҡайнатып ҡына йөрөлөр. 

Беҙҙең КФХ ит йүнәлешен алған. 30 баш һыйырға 22 быҙау. Һөт имеп тиҙ ҙураялар. Өйҙәге 4 баш һыйырҙы Рәшиҙә апайығыҙ һауып, ике көнгә бер Бөрйәнгә тапшыра. Башҡа КФХ-ларҙың малын да ҡушып, көтөүҙә 100-ләп баш мал йөрөй. Күмәгебеҙгә бер көтөүсе ялланыҡ - Рәмзи Исмәғилев көтә. Илһам Исмәғилев, Кәшәф Шәриповтың малдары ла шунда. Хөкүмәттән Грант алыуға ла өлгәштек. 

Бөтәһе 40 га майҙанда еребеҙ бар. Шунда малға етәрлек аҙыҡты өсәүләп эшләйбеҙ. Ошоғаса Артур улым менән дә өлгөрҙөк. Көнө менән һаулыҡ ҡына булһын, сәселгән үлән һәйбәт, уны эшләп алыу нимә, тик бынау эспарцет тигән үләнде сәскәйнек, сәскәһе ҡойолдо ла, ҡоро һабаҡ ҡалды. 

Әсеүҙәге сабынлыҡты ла сабып һалдыҡ. Унда 10 га майҙанда ғына эш ҡалды – йәйге көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалмаҡсыбыҙ, - ти хужалыҡ етәксеһе Рәмил ағай. 

Уның уландарына өйрәтер аҡылы, күрһәтер эше, улар менән бүлешер тәжрибәһе бар. Иң мөһиме, әсе тир менән тәмле аш табылыуын ғәмәлдә күрә йәштәр. 

А. Рәжәпова. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей