Аҫылғужиндар шифалы ҡымыҙ бешә.

Районда шәл бәйләп кәсеп иткәнгәме, һәр ваҡыт һауын кәзәләренә иғтибар ҙа, ихтирам да булманы. Һарай тултырып дебет тоҡомлоларҙы аҫыраусылар, моғайын, кәзә һөтөнөң шифаһы хаҡында уйлап та бирмәгәндер ул. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Һәр хәлдә, ҡайһы бер ауылдарҙа, әжәлгә дауа итеп эҙләһәң дә, был шифалы һөттө табып булмаҫ. Бындай хәл һәр районда тиерлек ҡабатлана. Хәйер, уны эсергә теләүселәрҙе лә табыу ауыр: беҙҙә башлыса тик һыйыр һөтөнә генә өҫтөнлөк бирелә. 
Ә бына Самаҙы ауылында йәшәүсе Аҫылғужиндар үткән йыл һауын кәзәләрен үрсетергә ҡарар иткән. 

– Бер тапҡыр ҙа тәмләп ҡарағаным юҡ ине, былтыр ҡунаҡта тәүге тапҡыр кәзә ҡымыҙын эсеп ҡараным. Ныҡ оҡшаны. Артыҡ әсе лә түгел, ҡуйы, эсеүгә лә йомшаҡ ҡына. Өйгә ҡайтҡас, шул турала һөйләп, һөт кәзәһе аҫрап ҡарарға тәҡдим иттем. Ныҡ маҡтағанмындыр инде, күп тә үтмәне, балалар бәрәсе менән алып та ҡайтты, – ти Рәүфә апай. 
Ул башлыса ҡымыҙ бешә. Был аңлашыла ла инде: ҡаймаҡ-ҡатыҡ, эремсек-ҡорот өсөн һыйыр тоталар. Эш сәфәре менән барғас, Аҫылғужиндарҙың ҡымыҙын үҙебеҙ ҙә тәмләп ҡараныҡ, хатта редакциялағы коллегаларыбыҙға күстәнәскә лә алып ҡайттыҡ. Бик маҡтап, шифаһы тейһен, тигән теләктәр менән эстек. Ә шифаһы уның ысынлап та һанап бөткөһөҙ. Юҡҡа ғына Кавказ, Алтай һәм Балҡан илдәрендә кәзә һөтө һәм унан әҙерләнгән ризыҡтар көндәлек рационға индерелмәй бит! Балалар, үҫмерҙәр өсөн бигерәк тә: үҫеш осоронда организмға кәрәкле бөтә матдәләр ҙә һөт составында бар. Ғалимдар хатта кәзә һөтө әсә һөтөн алмаштыра алыуын раҫлай. Шулай уҡ ул иммунитетты күтәрә, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта. Сәләмәтлек нигеҙе булған кәзә һөтө кальций, магний, тимер, фосфор, марганец, баҡыр һәм һирәк осраған Д витаминына бай. Шуға ла ул организмды төрлө мәтдәгә байыта. 

Кәзә һөтө артыҡ ҡуйы булһа ла (ҡайһы бер тоҡомдарҙа ҡуйылыҡ 7–8 процент булып китә), ундағы май күҙәнәктәре һыйыр һөтөнә ҡарағанда күпкә кесе, шуға ла уны организм еңел ҡабул итә. Шифаһын Рәүфә апай менән Зөлфәт ағайҙың балалары ла инҡар итмәй, киреһенсә, Себер тарафтарында эшләп йөрөүсе Рифат менән Илнар ҡайтҡан һайын ҡымыҙҙы күстәнәскә мөмкин тиклем күберәк алып китергә тырыша. Өфөлә белем алыусы Айгүзәл дә баш тартмай. 
– Хәйбулла яҡтарында ҡайһы бер хужалар тәүҙә һөттө сепараторҙан үткәреп, шунан ғына ҡымыҙ яһай икән. Минең улай итергә намыҫым ҡушмай. Һатып алған кеше сифатлы тауар өсөн хаҡ түләй бит. Ҡуйы булыуы оҡшамай икән, ҡайнап һыуытылған һыу ҡушып, айран яһап эсә ала. Кемдер, уның ҡуйы булыуын ярата. Ғаиләнән артҡанын ғына һатыуға сығарабыҙ, һыйыр кеүек күнәкләп һөт бирмәй бит, әллә ни күп артмай. Алырға теләүселәр ҙә күп түгел, башлыса бер ҡулланып өйрәнгәндәр генә ала. Кемдәр шифаһын белә, шулар ярата. Үҙебеҙҙән дә, һатыуҙан да арта икән, аптырап тормайым, 1,5 литрлы һауыттарға ҡойоп, туңдырғысҡа һалам. Ҡыш көнө лә эсергә кәрәк бит. Әйткәндәй, туңһа ла, һөт үҙенең сифатын һәм тәмен юғалтмай, – ти хужабикә. 
Аҫылғужиндар һөт кәзәләрен ҡәҙерләп кенә ҡарай. Былтыр көтөүгә өйрәнә алмағас, башлыса ихатала тотҡандар: “Сәскәләрҙе ашап китһә лә, ултыртҡан емеш ағастарының ҡайырыһын кимерһә лә, уларҙы әрләүсе, ҡыуыусы булманы. Ҡыш көнө лә йәшел бесән ашатып, һарайҙа тоттоҡ. Дебет кәзәләре һыуыҡҡа бирешмәй, ә быларҙың дебете ҡалҡмағас, һыуыҡҡа бирешергә генә торған кеүек” – тип Зөлфәт ағай көлдөрөп тә алды. Быйыл һауын кәзәләре күбәйгәнгәме, көтөүгә өйрәнеп киткәндәр. 

Әйткәндәй, йәй башында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов: “Башҡортостанда ҙур кәзә фермаһы асыласаҡ,”– тигән белдереү яһағайны. Мари Иле, Татарстан Республикаларында, Ленинград һәм Смоленск өлкәләрендә заманса комплекстарҙың уңышлы эшләүен иҫәпкә алғанда, был тармаҡ килемле кеүек. Әммә урындағы халыҡ кәзә һөтөнөң кәрәклеген аңламай, шифаһын белмәй тороп, был сәнәғәт үҫмәйәсәк.Мәскәүҙә үткән кәзә һөтө буйынса IV Халыҡ-ара конференцияла ла тап ошо фекерҙәр әйтелде. Унда реклама һәм һөт ризыҡтары, айырыуса балалар аҙығы етештереү буйынса эшлекле һөйләшеүҙәр булды. 

Гөлнур Ҡыуатова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей