Араны өҙмəйбеҙ

Ошо көндəрҙə зəк-ишмəттəр үҙҙəренең оло йəштəге ағинəйен 90 йəше менəн ҡотланылар. Əминə Əбсəлəмова инəй бер эштəн дə ҡурҡмай, ауылда төрлө эштə лə ең-һыҙғанып, тырышып эшлəгəн. Əле ул Күмертауҙағы ҡыҙы Зөлфирəлə йəшəй. - 12 йыл элек əсəйҙе үҙемə алып ҡайттым, күҙҙəре күрмəй. Йыл да йəйге отпуск ваҡытында ғаилəбеҙ менəн ауылға ҡайтып ял итəбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ туғандар кеүек ныҡ яҡын беҙгə. Улар менəн араны өҙмəйбеҙ. Əле лə ауыл советы хакимиəте башлығы Илшат Зəйнəғəбдинов менəн эштəр идарасыһы Гөлбаныу Зəйнəғəбдинова килеп кергəс шул тиклем күңелебеҙ булды. “Зəгемде ныҡ һағынам, ауылдаштар килгəс, үҙемде ауылға ҡайтҡандай тойҙом”, - тип бигерəк тə əсəй ҡыуанды. Оло йəштəгелəрҙе онотмай хөрмəт, ихтирам күрһəткəндəре өсөн Зəк-Ишмəт ауылыбыҙ советы хакимиəте хеҙмəткəрҙəренə ҙур рəхмəтлебеҙ. Оло кешелəргə күп кəрəкмəй, артабан да шулай үҙ иғтибарҙарынан айырмаһындар. Эштəрендə уңыштар, тормоштарында именлек һəм бəхет телəйбеҙ, - ти Əминə инəйҙең ҡыҙы Зөлфирə Зөфəр ҡыҙы.

Айгөл ХАЛИҠОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей