Аңлашып һөйләшеүгә ни етә

Ауыл биләмәләрендә халыҡ менән осрашыуҙар дауам итә

Район Хакимиәте башлығының иҡтисад һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Альберт Таймаҫов етәкселегендәге мәғлүмәт-эш төркөмө Иштуған ауыл биләмәһе халҡы менән осрашты.

Иң башта биләмә башлығы Фәйрүзә Буранғолова үткән йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны. Республикала әүҙем бойомға ашырылған “Аныҡ эштәр”, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаларына ярашлы, һуңғы йылдарҙа биләмәлә ярайһы ҙур эш башҡарылған. Иштуған ауылына ингән урын, Йәштәр урамы кәртәләнгән, Һыртланда Әүлиә шишмәһе төҙөкләндерелгән, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы Садиҡ Һайрановтың обелискыһы һәм биләмәһе ремонтланған. Бынан тыш, ике ауылда ла урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ҙур эш башҡарылған, юлға айырым иғтибар бирелгән.

Быйылға ла етди бурыстар билдәләнгән. Иштуғандағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлде төҙөкләндереү, Һыртлан ауылы, Һирәт утарының христиан зыяраты кәртәһен ремонтлау, халыҡты хәүефһеҙлек менән тәьмин итеү кеүек мәсьәьәләләрҙе хәл итеү мөһим.

Мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе Альберт Таймаҫов үҙ сиратында район-ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Төбәк халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән программалар, проекттар бойомға ашырылыуын билдәләне.

Район-ҡала эске эштәр бүлеге өлкән участковыйы Илнур Ҡотлоғужин һуңғы осорҙа йыш күҙәтелгән мутлашыу осраҡтары тураһында иҫкәртте. Бында банк картаһынан урлашыу, электр йәки газ хеҙмәте белгестәре булып кейенеп, өлкән йәштәгеләрҙе алдап, аҡсаларын алыу инә. Шулай уҡ ауыл халҡы иғтибарын берәҙәк эттәр, яҙғы-йәйге осорҙа ҡарауһыҙ йөрөгән малдар мәсьәләһенә йүнәлтте.

Йыйылышта ҡатнашыусылар ҙа фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты. Үҙҙәренең пай ерҙәренең артабанғы яҙмышы тураһында борсолоу белдергәндәр күп. Шулай уҡ Иштуған карьерҙары киләсәгенә бәйле мәсьәләне күтәрҙеләр. Трансформатор иҫкереү сәбәпле, Башҡорт урамында йыш ҡына электр уты һүнеүенә  зарланыусылар булды. Шулай ҙа ауыл халҡын иң борсоғаны бөгөн, моғайын, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға хаҡтыр, моғайын. Байтаҡ һорауға урында яуап бирелде, ҡалғандары контролгә алынды.

Ләйсән СӘЛИХОВА.

Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей