Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр
Игенселәр өҫтәлдә икмәк булһын өсөн ал-ял белмәй тир түгә. Улар йылдың һәр миҙгелендә лә ошо йүнәлештә эшләй: техника ремонтлап, алдағы баҫыу эштәренә әҙерләй, шулай уҡ эш араһында ҡушылған башҡа эштәрҙе лә башҡара.
“Шаиморатов” йәмғиәтенән Рәсим Моратшин 42 йыл тыуған ерендә хеҙмәт итә һәм йылдан-йыл алдынғылыҡты бирмәй. Эш дәүерендә ауыл хужалығы эшсәндәре араһында данлыҡлы механизатор булып таныла ул. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн етәкселек тарафынан юғары баһалана. Шулай, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем ала, БР Президенты М.Рәхимов исеменән Рәхмәт хаты, СССР халыҡ хужалығын үҫтереүҙә күрһәткән уңыштары өсөн бронза миҙал, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн” билдәһе, шулай уҡ йыл һайын тиерлек район хакимиәтенән, үҙе эшләгән хужалыҡтан Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеүе күп нимәләр тураһында һөйләй.
Тәжрибәле механизаторҙың һәр саҡ техникаһы төҙөк, эшкә әҙер була. Баҫыу эштәрендә - сәсеү, тәрбиәләү һәм уңыш йыйыу – барыһы ла уның ҡатнашлығынан башҡа уҙмай. Ул тракторы менән ер һөрә, культивация үткәрә, ерҙе йомшарта, иген тейәй, сәсә, тиреҫ сығара... Ә инде 15 йыл элек уға сит ил маркалы JCB тракторы ышанып тапшырыла. Уның тейәгес ҡоролмаһы ярҙамында баҫыуға сәсеү өсөн орлоҡ, мал аҙығы өсөн төргәкле һалам-бесән ташый. Рәсим Әсхәт улы ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген арттырыуға етди иғтибар биреп, фиҙаҡәр хеҙмәт итә һәм ҙур уңыштарға, юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Тормош елдәренең ҡайһы яҡҡа иҫеүенә, ауыл хужалығында ниндәй үҙгәрештәр булыуына ҡарамаҫтан, Рәсим Моратшин тыуған еренә һәм механизатор һөнәренә тоғро ҡала. Тыуған еренә, крәҫтиән хеҙмәтенә һөйөүе килеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙы, кәртәләрҙе еңеп сығырға ҡеүәт бирә.
- Бер ваҡытта ла тыуған ауылымдан китергә уйламаным. Үҙ еремә һөйөү хистәре ғүмер буйы миңә ошонда тырышып хеҙмәт итеүгә көс бирә. Ғөмүмән, иртә таңдан эшкә барып, алға алған бурысты үтәргә күнеккәнмен. Үҙемде ер кешеһе тип иҫәпләйем, башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Механизатор хеҙмәте миңә уҡыусы саҡтан таныш. Иген һуҡҡан комбайнда комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләнем, - тип һөйләне тынғыһыҙ ялан батыры.
Рәсим Моратшин һәр йылда ла илебеҙҙе ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн лайыҡлы индерә. Әлеге көндәрҙә игенсе сәсеү эшенә дәртләнеп тотонған.
Баҫыуҙарҙа төрлө техникалар гөрләй. Киләһе уңыш өсөн ауыл эшсәндәре күп көс түгә. Ә бәрәкәтле ер уларҙы уңышы менән ҡыуандырыр.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.