Алтын ҡуллы Зимфира

Ялсыҡай ауылынан Франц менəн Зимфира Əбделмəновтар икеһе лə «Таймаҫ» совхозында ал-ял белмəй эшлəп хаҡлы ялға сыҡтылар. Өс ул, ике ҡыҙға ғүмер биреп, һəр ҡайһыһына туйҙар яһап, башлы-күҙле иттелəр. Һəр бер балаһы үҙҙəренə кəрəкле һөнəр һайлап, тормошта үҙ урындарын табып, матур итеп донъя көтəлəр. Зимфира - бəхетле ҡатын, һөйөклө əсəй, өлəсəй. Уға, ғаилəлəре ҙур булыу сəбəпле, заманында уҡыу бəхете элəкмəй. Ə бына əсəһенəн ҡалған һəлəт күскəн: быуындарҙы ултыртыу һəлəте бар уның. Был хаҡта ишетеп, алыҫ ауылдарҙан да ярҙам итеүен һорап килəлəр уға. Кем генə мөрəжəғəт итмəһен, Зимфира һəр саҡ ярҙам итə. Ауылда йəшəгəс, күплəп мал да, ҡош-ҡорт та аҫырайҙар. Улдары, кейəүҙəре һəр саҡ ярҙам итеп тора. Зимфираның ишек алды гөл-сəскəлəргə күмелеп ултыра, ҡул эшенə лə оҫта.

Рəүзилə МƏЗИТОВА Ялсыҡай ауылы Фото ғаилə архивынан

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей