“АЛМА БЕШ, АУЫҘҒА ТӨШ”, ТИП ЯТА ТОРҒАН ЗАМАН ТҮГЕЛ

“Ҡоҙа менән ҡоҙаса, мөхәббәткә юл аса”, тигәндәй, бынан байтаҡ йылдар элек, йәғни 1984 йылда, бер туйҙа , Ҡарағайтуғай ауылы һылыуы Мәрйәм менән Байдәүләт егете Байыҡ таныша, дуҫлаша. “Тимерҙе ҡыҙыуында һуға һалайым”, тип, Байыҡ теүәл өс көндән яусы ебәрә. Әммә ике йыл йәштәр бер-береһен һынап йөрөй. Насип булғас, 19 йәшлек ҡыҙ 21 йәшлек егеткә кейәүгә барыбер сыға, Һүрәм ауыл Советында законлы никахҡа торалар. Уға тиклем егет армияла хеҙмәт итә, ҡыҙ Өфө иҫәпте механизациялау техникумында уҡый. Өйләнешкәс, Салауат ҡалаһында бер нисә йыл йәшәйҙәр, ир заводта, ҡатын теген фабрикаһында тир түгә. Ҡыҙҙарына бер йәш тулмаҫ борон ауылға ҡайтып китәләр, бер йәй Байыҡтың атай йортонда көн күрәләр, колхоз өйөнә күсәләр, артабан үҙҙәренә донъя ҡороп алалар. Кәләше Чапаев исемендәге колхоз фермаһында бер-ике йыл һауынсы булып эшләһә, ир төрлө эштә, көтөүсе булып йөрөгәндән бригадир, староста булып китә. Бара-бара заман үҙгәрә. 2002 йылдан алып байтаҡ йылдар ҡортсолоҡ- апитерапия бүлеге эшселәре булып тырыша ғаилә. Йылдар шәп үткән, хужабикә быйыл илле биш йәшен ҡаршылаған. Ҡолмөхәмәтовтар өс бала үҫтергән. Лилиә – филология фәндәре кандидаты. Ләйлә- БДПУ-ны тамамлаған, БР Йәш рәссамдар Союзы ағзаһы. Айнур – ата-әсәһенең төп терәге, ун бер йәшенән мал ҡараша, ат ярата, әле уға егерме һигеҙ йәш, өйләнмәгән дә әле. КФХ рәсмиләштереп, малсылыҡты, ҡортсолоҡто үҫтереү менән мәжбүр. Беҙ барғанда ғаиләнең һәр ағзаһы үҙ эше менән мәшғүл ине. Мәрйәм апай ҡыҙыл эремсек эшләүҙе хәстәрләп, ҡаҙан аҫтына ут яғып ебәргән, Айнур кәртә артындағы умарталыҡҡа ҡорт айырттырырға киткәйне, Байыҡ ағай кейәүе менән кәртә-ҡураны тәртипкә килтерә ине. Техника етерлек. Дүрт ат, егерме башлап эре мал, бик күп ваҡ мал, йорт ҡуяны, ҡош-ҡорт, бал ҡорто ғаиләһе бар. Бал-май һатыуҙан килгән килем техника ишәйтеүгә, мал һанын арттырыуға китә. Мәрйәм апай оҙаҡ йылдар һөт ризыҡтарын һатып дан алған, йортонан ғына кәрәген алып китеүселәр бар. Балды ла күптәнге клиенттары килеп ала. Яҡындағы ер биләмәһендә ыҡсым ғына йорт та төҙөй башлағандар. Ҡолмөхәмәтовтар ауыл ерендә тотонорға мөмкин булған барлыҡ эштәрҙе лә алып бара. Хеҙмәт тәрбиәһе был ғаиләлә беренсе планда килә. КФХ булараҡ киләсәктә дәүләттән субсидия юллап алыуға ла өмөтләнәләр. Үҙҙәре мәнфәғәтенә байтаҡ майҙанлы ер ҙә рәсмиләштереп алғандар. Бер ни тиклеменә картуф сәсеп, уңышлы йылда һатыуға ла сығаралар. Йәй Ҡолмөхәмәтовтар ишек алдында эш ҡайнай, хәйер, йылдың һәр миҙгелендә инде, һанай китһәң, эштәре бихисап. Ҡыш буйына умарта, рам эшләп сығалар. Кемдер көрсөк тип һуҡрана, Ҡолмөхәмәтов кеүек ғаиләләр шым ғына эшен эшләй. “Алма беш, ауыҙға төш” тип ята торған заман түгел икәнен яҡшы аңлай улар.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей