Алға ауыл клубында Ҡышты оҙатыу байрамы ҡыҙыҡлы үтте.

Алға ауыл клубында Ҡышты оҙатыу байрамы ҡыҙыҡлы үтте. Клуб мөдире Регина Ғәзизова уны үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һәм көс һалған. Уны ауылдаштары ҡеүәтләп, дәртләндереп тора. Байрамға балалар ҙа, өлкәндәр ҙә килгән. Яҙһылыуҙы изге теләктәр менән ҡаршы алғандан һуң уйындар башлана. Минелиә Тимербаева һәм Фәриҙә Мәүлийәрова бысҡы менән утын киҫә, Зөлфиә Зарипова һәм Финиә Сәлихова тоҡ кейеп йүгереүҙә көстәрен һынай, Заһира Фәзуллина көршәк вата. Байрам йыр-бейеү менән аралашып бара. Рәмилә Мәүлийәрова, Фәүзиә Әхмәтйәнова барыһын да тәмле ҡоймаҡтары менән һыйлай. Һуңынан ҡарасҡы яндырыла.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей