Алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып

Ишмырҙа ауылынан “Р.Ғ. Рәсүлев” КФХ-һы районда тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Радик Ғәйнислам улы етәкләгән коллектив ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, йылдан-йыл үҙенең матди-техник базаһын нығыта. Быйылғы миҙгелде лә предприятие яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлай.

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, “Р.Рәсүлев” КФХ-һы 845 гектарҙағы иген һәм техник культураларҙан ярайһы уңыш үҫтереп алды, етерлек мал аҙығы, орлоҡ һәм фураж әҙерләп һалды. Миҙгелле кампанияларҙа механизаторҙар Илшат Рәсүлев, Рәил Ямантаев, Илшат Тусалин, Фәрит Сыңғыҙов, Ғәле Манышев һынатманы.

Предприятие малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә күп хужалыҡтарға өлгө булып тора. Бөгөн хужалыҡта 300 баш һыйыр малы аҫралып, шуның 150-һен һауын көтөүе тәшкил итә. Йыл да һауын көтөүе 30 баш тана менән яңыртыла һәм ул эш быйыл да атҡарыласаҡ.

Хужалыҡ үҙенең алдынғы хеҙмәтсәндәре менән билдәле. Улар араһында бар ғүмерен тыуған хужалығын үҫтереүгә арнаған Илшат Сәйетҡолов менән Морат Солтанов та бар. Илшат Сәғит улы оҙаҡ йылдар урындағы колхозда водитель булып эшләй, намыҫлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙана. Бына ике тиҫтә йыл самаһы инде ул ырҙын табағында эшләй, ҡыш миҙгелендә иһә малсылыҡ өсөн ярма ярҙыра, кәрәк икән иретеп йәбештереүсе лә булып китә. Ҡыҫҡаһы, алтын ҡуллы эшсе.

Морат Фәрит улы бар хеҙмәт юлын урындағы хужалыҡтың малсылыҡ тармағын үҫтереүгә арнай. Һауын гуртын, йәш малдарҙы ҡарай, быҙауҙар тәрбиәләй. Әле ул тиҙәк сығарыу транспортеры операторы булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте менән коллективта абруй ҡаҙанған.

Ғөмүмән, “Р.Рәсүлев” КФХ-һы алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй һәм был производство күрһәткестәрендә сағылыш таба.

Һүрәттә: И.Сәйетҡолов һәм М.Солтанов

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей