Алайғыр ауылында ауыл халҡы ҡат¬нашлығында “Урындағы баш-ланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш уҙғарылды

Халыҡ менән осрашыуға муниципаль район Советы секретары Айрат Сәйетғәлин килде. Ул был программала ҡатнашыу шарттары һәм ниндәй проекттарҙы бойомға ашырып булыуы хаҡында һөйләне.

- Республикала барлығы 840 ауыл биләмәһе иҫәпләнә. Уларҙың яҡынса 380-е конкурсҡа үтә. Конкуренция юғары, шуға күрә еңеп сығыр өсөн күп көс һалырға тура киләсәк. Проект еңгән осраҡта, республика бюджетынан 1 миллионға тиклем аҡса бүленә. Аҡсаның бер өлөшөн му­ниципалитет бирә, бер өлөшө халыҡтан йыйыласаҡ, - тип һөйләне Айрат Закир улы.
Ефремкин ауыл Советы 2016 йылдан бирле был программала уңышлы ҡатнашып килә. Уның сиктәрендә ауыл Советы биләмәһендә түбәндәге проекттар бойомға ашырылды: 2016 йылда Ефремкин ауылында спорт майҙансығына капиталь төҙәтеү үткәрелде, Дмитриевка ауылында зыярат кәртәләнде, 2018 трактор һатып алынды, 2019 йылда Антоновка ауылы зыяраты кәртәләп алынды, 2020 йылда Күлләр ауылы зыяраты кәртәләнде.
Алайғырҙар бер тауыштан программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар ауылдың өҫтөнлөклө мәсьәләләренә туҡталды. Программала ҡатнашыу өсөн урындағы зыяратты кәртәләү проекты һайланды. Тауыш биреү юлы менән Даян Нәзиров, Радил һәм Әхәт Ишемғоловтар, Зиннур Саньяров һәм Динә Ғәҙелшиналарҙан торған инициатив төркөм һайланды. Шулай уҡ был төркөм конкурста еңеп сыҡҡан осраҡта артып ҡалған аҡсаны нимәгә тотонорға икәнен дә хәл итәсәк.
Әлфиә Әхмәҙуллина.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей