“Аҡтау” баҫыуҙарын иңләп

Мул уңышҡа нигеҙ бөгөн һалына.

“Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында техника тауышы бер минутҡа ла тынмай, хужалыҡ эшсәндәре, көндәрҙең аяҙ һәм йылы тороуынан файҙаланып, киләһе уңышҡа нигеҙ һала. Аграрийҙар алдында ете мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эшен башҡарыу бурысы ҡуйылған.

Ялан батырҙары көсө менән икмәк игене — 1500, борсаҡ — 770 гектарҙа, бер меңендә иһә — ҡарабойҙай, 470 гектарҙа гәрсис, вика үләне, арпа, һоло сәселгән дә инде. Хәҙер һуң сәселгән культуралар ғына ҡалған. Ужым, әлбиттә, зыян күргән, шуға ла уны ҡабаттан сәскәндәр. Баҫыу эшсәндәре йылы аш менән тәьмин ителгән, уларҙы алып барыу-алып ҡайтыу ҡаралған.

— Шөкөр, әле көндәр матур тора, шифалы ямғыры ла ваҡытында яуып үтте, — ти йәмғиәт рәйесе Илдар Ниғәмәтйәнов. — Ҡалған эштәрҙе иһә ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға иҫәп тотабыҙ, ә бының өсөн шарттар етерлек.

Хужалыҡ яҙғы баҫыу эштәренә ентекле әҙерләнгән, баҫыуҙарға минераль ашлама индерелгән, сифатлы орлоҡто алдан хәстәрләп, яғыулыҡ-майлау материалдарын ҙур күләмдә туплағандар. Техника торошона ла һүҙ тейҙерерлек түгел — ватылып эштән сыҡҡан ауыл хужалығы ҡорамалдары бөтөнләй юҡ. Әйткәндәй, паркты яңыртыуға бында аҡса йәлләмәйҙәр, йыл һайын йәмғиәт ҡеүәтле һәм заманса трактор, машиналар менән тулылана. Шуныһы ла мөһим: яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрен бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарғас, йәмғиәт үҙ техникаһы менән башҡа хужалыҡтарға ла ярҙамлаша.

“Аҡтау”ҙа элиталы орлоҡ үҫтереү менән оҙаҡ йылдар шөғөлләнәләр, башлыса арыш, бойҙай, арпа, борсаҡ үҫтереүгә йөҙ борғандар. Баҫыуҙарҙа йыш ҡына ғалимдар ҙа булып китә, бергәләп яңы сорттар уйлап табалар. Был сифатлы орлоҡҡа ихтыяж бик ҙур, уның продукцияһына һыу буйы сират.

Бында өс ауылдан 14 кеше эш урыны тапҡан, етәкселек уларҙың һәр береһенең намыҫлы, тырыш, уңған булыуын билдәләй. Ололарға алмашҡа йәштәр үҫеүенә, уларҙың ауылды һайлауына һөйөнөп бөтә алмайҙар. “Элек йәштәрҙе йәнтөйәктә ҡалдырыу ауыр булһа, бөгөн үҙҙәре эш һорап мөрәжәғәт итә. Шуға ла һәр кемгә урын табырға тырышабыҙ”, — ти Илдар Сәғит улы.

Етәкселек, иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр баҫыуҙарҙан ҡайтып инмәгән ялан батырҙары Дмитрий Петкин, Дамир Ғәзизуллин, Зифат Ғиниәтов, Виктор Власовец, Марсель Әҙиуллиндарҙы һәр яҡлап маҡтап телгә алып, “нәҡ ошо егеттәр менән киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалына ла инде” тип билдәләне.

Автор: Самат ҒӘЛИН, Башҡортостан гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей