Аҡ күбеккә батҡан һөттән шифалы тағы ни бар?

Һауынсылар элек-электән почетта булды, был дөрөҫ тә, сөнки һөттән эшләнгән ризыҡтар - беҙҙең өҫтәлдәрҙә төп тәғәмдәрҙән, шуға күрә аҡтан-атҡ, сафтан-саф һөт һауыусылар - изге һөнәр эйәләренән. Ямғыр яуамы, ел-дауыл сыҡҡанмы-таң һарыһынан тороп һыйыр һауыуы, ауыр-ауыр бидондарҙы шылдырыуы ихтыяр көсөн генә түгел, физик сыҙамлыҡты ла талап итә һәм һәр кемдең ҡулынан килерлек эш түгел. Малҡайҙарҙы тыңлатыу өсөн “һыйыр телен аңлай белеү ҙә” кәрәк. 

Сығышы менән Урта Муйнаҡ ауылы ҡыҙы Разалия Сәмиғулла ҡыҙы Яубаҫарова райондың тәжрибәле һауынсыларынан – ошо эшкә 31 йыл хеҙмәт көсөн түккән. 1987 йылда Муйнаҡ урта мәктәбендә аттестат алыу менән Калинин исемендәге колхозға һауынсы булып эшкә урынлаша, 2005 йылда “Малиновка” совхозы коллективына машина менән һауыу операторы булып күсә, 2009 йылдан асыҡ акционерҙар йәмғиәте “Ергән машина-технологик станцияһы”ның Ейәнсура бүлексәһенә машина менән һауыу бүлегенә эшкә саҡырыла. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Разалия Сәмиғулла ҡыҙы коллективта һәр кем менән уртаҡ тел таба, тормошҡа күтәренке рух менән ҡарауы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге, ихласлығы, яҡшы кәңәштәре менән абруй ҡаҙана бара. Ошо йылдар дауамында ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн район хакимиәте Почет грамоталары менән бүләкләнгән. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей