Абруй нигеҙе – сифатлы тауар

Дәүләкән районына командировкаға сыҡҡанда шуға ҡыуанып ҡайттыҡ: йәшелсә, емеш-еләк үҫтергән хужалыҡтар, күпләп мал аҫраусылар, бейә һауып ҡымыҙ етештереүселәр, балыҡ үрсетеүселәр, ҡош-ҡорт тәрбиәләүселәр бихисап. Миҫал өсөн Суйынсы ауылын ғына килтереү ҙә етә. Бында ике фермер эшләй. Картуфсылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ауыл төҙөк, юлдар ялтырап ята, бар ерҙә бөхтәлек.

Ғаяз Ғабдрахмановтың хужалы­ғына юл төштө. Ғаяз Баязит улы 17 йыл малсылыҡ менән шөғөл­ләнә, үҫемлекселектә ҙур уңыш­тар­ға өлгәшкән. Бөгөн ул районда иң көслө фермерҙарҙың береһе булып иҫәпләнә.

1993 йылда Башҡортостан дәү­ләт аграр университетының агроно­мия факультетын тамамлап, М. Ға­фури исемендәге хужалыҡта агроном-орлоҡсо булып эшкә урынлаша ул. Тырыш, талапсан белгес­тең эшен баһалап, Суйынсы ауыл хакимиәте башлығы итеп үрләтәләр.

– Колхоз-совхоздар тарҡала башлағас, күп уйлап торманым, ҡабаттан ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә, фермер хужалығы булдырырға тигән ҡарарға килдем. Ауыл малайы булараҡ, эштән ҡурҡмайым, был өлкә миңә ят түгел. Колхоздарҙың тарҡалыуы, кешеләрҙең эшһеҙ ҡалыуы ла ныҡ борсой ине, – тип һөйләй фермер.

2003 йылда Ғаяз Ғабдрахманов элекке колхоз базаһында ике мең гектар ерҙә баҫыу эштәренә тотона. Бында ауылдаштарының пай ерҙәре лә бар. Ошо йылдарҙа биналар, келәттәр рәткә килтерелә, һөтсөлөк фер­маһында ремонт үткәрелә, тирә-яғы кәртәләнә.

Бөгөн хужалыҡта 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Биш мең гектарға яҡын майҙанда үҫемлекселек менән шөғөлләнәләр. Мал аҙығы әҙерләү өсөн үләндәр, иген культураларын мул сәсәләр. Малсылыҡ буйынса йүнәлеш алғас, аҙыҡты күпләп әҙерләйҙәр. 1500 тонналап сенаж һалынған.

Хужалыҡтың ҡураһында 300 баш һыйыр малы, 100 баш йылҡы аҫрайҙар. Малдарҙы үрсетеүҙә бик үҙенсәлекле алым ҡулланыла. Бында тоҡомло мал­дар­ҙы март айына тиклем быҙау­латырға тырышалар. Шул саҡта ғына быҙау көслө һәм ауырыуҙарға бирешмәй үҫә, тиҙәр. Көтөүгә быҙауҙар һыйырҙар менән бергә сыға. Уларҙы алты айға тиклем инәләренән айырмайҙар. Унан инде үҫкән быҙауҙар икенсе фермаға күсерелә. Улар 17 айҙа 500 килограмм ауырлыҡҡа етә! Шундай ҙур үгеҙҙәрҙе ит өсөн һатып алалар.

Әлеге мәлдә хужалыҡта ҡыҙыу эш мәле. Ураҡ эштәренән тыш, мал өсөн яңы ашатыу майҙан­сыҡтары төҙөлә. Эште көҙгә тиклем тамамларға йыйыналар.

Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ етәк­селеге өр-яңы “ЗАВ” иген таҙартыу комплексы төҙөп ултыртҡан, көҙгө уңыш иген киптергестәрҙә һаҡлана. Ырҙын табағына, ауыл эсендә асфальт юлдар һалынған. Ауыл клубын һәм һыу башняһын ремонт­лауҙа, мәсет төҙөүҙә лә йәмғиәт ситтә ҡалмаған.

Шуныһы ҡыуаныслы: фермер хужа­лығының эшмәкәрлеген район хакимиәте лә һәр яҡлап баһалап, ярҙамынан өҙмәй, төрлө програм­маларҙа ҡатнашырға саҡыра. Ғаяз Ғабдрахманов “Ғаилә һөтсөлөк ферма­ларын үҫтереү” програм­маһында ҡатнашып, ун миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Был аҡса һөтсөлөк фермаларын ремонт­лауға, яңыларын төҙөүгә тотонолған. Әл­биттә, мал һанын арттырыуға ла бүленгән.

Йәмғиәт орлоҡсолоҡ хужалығы булараҡ та эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, ул был статусҡа 2017 йылда эйә булған. Ауыл эшсән­дәре, иген культураларының һәм көнбағыштың затлы сорттарын етештереп, уны һатып, ҡаҙнаға байтаҡ аҡса индерә. Сифатлы һәм яңы орлоҡтарға республика хужалыҡтары араһында ихтыяж ҙур, шуға ла уны һатыу бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай икән.

Уңыш йыйыуҙа хужалыҡтың биш “АКРОС-595” комбайны эшләй. Уларҙың икеһен быйыл ғына ҡайтарғандар. Комбайнсылар Ринат Камалов, Динар Ғәлиев, Ринат Усмановтар алты мең центнер иген һуғып өлгөргән дә инде.

– Эшмәкәрлекте төрлө яҡлап йәйелдерергә тырышабыҙ, яңы технологиялар ҡулланабыҙ Кон­курентлыҡ осоронда һатып алыу­сыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн көрәшәбеҙ. Абруй нигеҙе – сифатлы тауар, – ти хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Баязит улы.

Дәүләкән районы.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА

https://bash.rbsmi.ru/articles/esh-yuar/abruy-nige-e-sifatly-tauar-/?sph...

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей