90 йәшкә еткән тиң пар

Һәйетҡол ауылынан Шәүрә һәм Мөждәбә Фәттәховтарҙың нурлы һәм ырыҫлы йортонан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре өҙөлмәй. Улары ла аҙ ҙа түгел, күп тә түгел: 4 ул, 7 ҡыҙ, 33 ейән-ейәнсәр, 31 бүлә-бүләсәр. Бынан тыш, йылы мөнәсәбәттәргә һыуһағанда күңелдәренә ут алырға ике яҡ туғандар ҙа ошо ғаилә усағына һыйына. Мәрхүм оло улдары Рамилдың балалары ла олатай, өләсәй йортона юлды һыуытмай. Күрше-күләндәр ҙә унынсы тиҫтәне ваҡлаған бәхетле парҙың хәлен белешеп тора.

Асҡар ҡыҙы Шәүрә Мотаһар ҡыҙы һуғыштан һуң Ташбулат ауылында балалар йортонда эшләй. Мөждәбә Фәттәхов буласаҡ тормош юлдашы менән шунда бухгалтер булып эшләгән сағында таныша һәм йәштәр 1950 йылда өйләнешәләр.

Мөждәбә Басир улы 1929 йылда Ҡаҙмашта Басир һәм Нәбирә Фәттәховтарҙың 5 балалы ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа. Совет власының нигеҙһеҙ репрессиялары күпме халыҡты һәләк итеп, зар илата, тыуған тупрағынан ситкә ҡыуа. Үҙ көстәре менән мал табып, хәлле йәшәгән был ғаиләгә лә «раскулачивание» янағанын аңғаралар һәм ғаилә Һәйетҡолға ҡасып китергә мәжбүр була.

— Һәйетҡолға күсенгәндә яҙа-йоҙа хәтерләйем, ат ҡапыл тартып, арбанан ҡолап ҡалдым, өҫтөмдән тәгәрмәс үтеп китте, — тип хәтерләй уҙаман. — Һәйетҡолда хәлфә Мөхәмәт Садиҡовтан дүрт класс белем эстәгәс, Буранғолда ете йыллыҡ мәктәпте тамамланым. Темәс педучилищеһында аслы-туҡлы ярты йыл уҡыным да, артабан уҡый алманым, колхоз эшенә сыҡтым.

Һуғыш йылдарында Һәйетҡол, Исхаҡ, Ишкилде, Буранғол ауылдары ингән «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозының Һаруйҙа, Ҡутарҙы башында «Салауат» совхозы» утары тирәһендә һөрөнтө ерҙәре була.

— Колхоз Ҡушый менән Дәүләт ауылдары араһындағы (хәҙерге Могилевка) ерҙәрҙе һатып алғайны, шунда ҡуна ятып, үгеҙ менән ер һөрөп, ҡул менән иген сәстек. Колхоздың комбайны булманы, Ҡушыйҙың комбайнсыһы менән һөйләшеп, ул көндөҙгө эшенән туҡтағас, комбайнын үҙебеҙҙең баҫыуға күмәкләп һөйрәтеп алып киләбеҙ ҙә төнө буйы һуғабыҙ, таңға кире урынына илтеп ҡуябыҙ. Бында эшләгәндә көнөнә ярты кило икмәк, арыш өйрәһе бирә инеләр. Икенсе йылына яҙғы сәсеүгә Молживтан урыҫтарҙың өйрәтелмәгән эре-эре үгеҙҙәрен алып килеп һуҡаға ектек. Уларҙың елкәһе, ҡамыт һуғып ҡортлап китте. Ауылдаштарым Кәфи Булатов менән Ишбулат Хәкимов кире ҡыуалап алып киттеләр. Өс көндән һуң ғына әйәләнеп ҡайттылар — үгеҙҙәрҙе шул хәлгә төшөргәнебеҙ өсөн ҡайтармай, эшләткәндәр икән. Колхоз заданиеһын үтәп, Әүжәндә диләнкәнән Ҡағыға ат менән ағас ташыуҙа ике йыл эшләргә тура килде, — тип дауам итә Мөждәбә ағай.

Ағай хәтерләүенсә, һуғыштан һуң Һәйетҡол менән Ишкилде ауылдары «Сулпан» колхозына берләшкән. Фермала мал һаны ла кәмегән.

— Колхозға ҡайҙандыр сәскес алғандар ине, мин Дәүләттә өс ат егеп иген сәстем. Эш хаҡы юҡ, таяҡҡа эшләнек. Колхоз үҙ йүнен үҙе күрҙе: кәбеҫтә үҫтереп, япрағын колхозсыларға бирҙеләр, йыйылған майҙы өләштеләр. Ике йыл Көмөшбай Мәғәфүров менән икәүләп буй бысҡыһы менән таҡта быстыҡ. Хисаметдин ағай Мәғәфүров таҡтаны атҡа тейәп алып китә, ҡайҙа үткәрә ала, шунда игенгә алмаштырып алып ҡайта. Шул игенде колхозсыларға эш хаҡына бирҙеләр. Шулай итеп, эшләмәгән эш ҡалманы. Һуңлап булһа ла Германияла хәрби бурысымды үтәп ҡайттым, тип ғүмер йомғағын һүтә әңгәмәсем.

Эйе, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Мөждәбә Фәттәхов төрлө йылдарҙа хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем һатыусы, мал ҡараусы, хисапсы, «мал докторы» булып эшләй. Уның оҙайлы йылдар дауамындағы намыҫлы эше «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән билдәләнә. Шулай уҡ уҙаман Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдарына ла лайыҡ.

Шәүрә Мотаһар ҡыҙының да тормошо еңелдән булмаған. Үҙенең һөйләүенсә, элек эшкә ҡатындар имсәк балаларын үҙе менән алып  йөрөгәндәр, сәңгелдәкте ҡайынға элеп ҡуйып, бесән дә сапҡандар, миндек тә бәйләгәндәр, сөгөлдөр ҙә утағандар. Шул осорҙа, дүрт йыл үҙенең өйөндә балалар баҡсаһы ойоштороп, эшләгән ҡатындарҙың балаларын ҡарай. Үҙенекеләр ҙә әҙ түгел — ун ике! Шунса балаға ғүмер биргән әсә 1970 йылда «Герой-әсә» миҙалына лайыҡ була.

Ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре Шәүрә һәм Мөждәбә Фәттәховтар балаларын үҙҙәренең өлгөһөндә тырыш, аҡыллы итеп тәрбиәләнеләр. Һеҙгә тиң парҙар булып хозур туйығыҙҙа  йәш кәләш менән кейәүҙәй балҡып, бәхеткә төрөнөп ултырырға яҙһын.

Шәһиҙә ҒӘБИТОВА,

Һәйетҡол ауылы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей