60 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәгән тыл ветерандары
Зиннур һәм Ҡәтифә Әхәтовтарҙың бала һәм йәшлек саҡтары һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. Уҡыуҙы колхозда эш менән алып баралар. Зиннур Миңлеғәли улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә вазифалар биләмәһен һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә була.Хеҙмәтендәге тырышлыҡтары өсөн күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ҡәтифә Харис ҡыҙы 1932 йылдың 2—се февралендә Кәшкейәк ауылында 1-се бала булып донъяға килә.
Зиннур ағай менән 1953 йылдың 2-се февралендә сәстәрен-сәскә бәйләп 60 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәнеләр.
Ҡәтифә апай килеү менән колхозда эш башлай. Ниндәй эш ҡушһалар шуның бөтәһендә эшләнем: дояркаларҙы гел алыштырып торҙо, стройкала ла эшләне, бесәнендә сапты, магазинда һатыусы ла булған.
.Уларҙың хеҙмәте мәңге онотолмаҫ.Илебеҙ тыныс, матур йәшәһен өсөн уларҙың көсө сикһеҙ ҙур
Тиҙҙән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. 75 йыл...Ә был яҙмаларҙа күпме инәй, бабайҙарҙың, балаларҙың әсе күҙ йәше, һыҙланыу, йөрәк әрнеүҙәре, күпме ҡайғы-хәсрәт, ғаилә фажиғәләре.
Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреүселәр әҙ булғанмы ни? Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмөткә лайыҡ! Ошо ауыр, ҡот осҡос йылдарҙа күпме ауырлыҡ, михнәт кисергәндәр улар. Бик күп ҡорбандар, ауырлыҡтар менән яуланған ул Бөйөк Еңеү.