60 ЙЫЛ 6 КӨНДӘЙ ҮТЕП КИТТЕ
Һарт-Шишмә ауылында йәшәүсе Флүрә Нурислам ҡыҙы менән Фаат Ғәбделҡадир улы Әбделмәновтарҙың бергә донъя ҡороуҙарына 60 йыл ғүмер үткән. Ғаилә парҙары араһында көмөш, алтын туйҙар йыш осраһа ла, бриллиант туйҙарын билдәләүселәр бик һирәк. Оҙон-оҙаҡ тигеҙ ғүмер - оло бәхет!
Яҡты, йылы өйҙәренә барып ингәндә, редакциянан килеүемде белеп, көтөп ултырған әбей менән бабай, алтмыш йыл алты көн кеүек “һә” тигәнсе үткән дә киткән икән, тип әңгәмәләшеп, ғүмер йомғағын һүтеп ултыралар ине.
- Үҙ-ара татыу, аңлашып йәшәгәнһегеҙҙер, шуға ла һиҙелмәйенсә үтеп киткән ғүмер юлығыҙ, - тип һүҙгә ҡушылам.
- Шөкөр, бик татыу, килешеп йәшәнек. 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙек, яҡшы йәшәйҙәр, балалар үҫтерҙеләр, үҙҙәре олатай-өләсәй бөгөн. 7 ейән-ейәнсәребеҙ, 3 бүлә-бүләсәребеҙ бар. Уларҙың шатлыҡтарына төрөнөп йәшәйбеҙ, - тип ҡыуанысын йәшермәне Флүрә Нурислам ҡыҙы.
Фаат Ғәбделҡадир улы ошо ауылда 8 балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Атайҙары һуғышҡа киткәндә уға 5 йәш кенә булһа, ҡустыһы унан да бәләкәй ҡала. Ул 1944 йылдың 12 мартында Белоруссия ерендә дошмандар ҡулынан һәләк була. Балаларға етемлектең әсеһен, аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңдәрендә татырға тура килә. Ҡустыһының ашарға таптырып тыпырлап-тыпырлап илағанын бөгөнгөләй хәтерләй уҙаман. Туғаны 64 йәшендә вафат була. Әлеге көндә 93 йәшлек апаһы Мофариха, 80 йәшлек һеңлеһе Сәлиха иҫән-имендәр. Флүрә Нурислам ҡыҙы Шишмә районынан. Флүрә әбей Фаат бабай менән Һарт-Шишмәгә ике туған ағайҙарына ҡунаҡҡа килгәндә таныша. Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан сая егет менән уңған ҡыҙ өйләнешеп, бергә йәшәргә һүҙ ҡуйышалар. Ғинуар айында никахтары була, февралдә ЗАГС-ҡа барып яҙылышалар. “Шулай йәшәп алдыҡ та киттек, бер төптән булдыҡ, беребеҙҙең йөҙөнә икенсебеҙ ҡыҙыллыҡ килтермәне”, - ти бер тауыштан уҙамандар.
Әбделмәновтар икеһе лә йәш, көслө саҡтарында ең һыҙғанып эшләп, мал-тыуар аҫрап, йәшелсә-емеш үҫтереп донъя көтәләр. 1963 йылда буранан ике яҡлы йорт та һалып инәләр. Ул саҡтарҙа Прибельский ауылының гөрләп торған ваҡыттары. Флүрә әбей 30 йыл һөт заводында тимер банкалар эшләү цехында эшләһә, Фаат бабай 38 миҙгел Ҡарлыман шәкәр заводында шәкәр ағартыу цехында хеҙмәт итә. Йәйҙәрен газ тимер киҫеү эштәрен башҡара.
- 1 сменаға 80-шәр тонна шәкәр ҡомо тапшыра инек. Башта бөтә эштәрҙе ҡул көсө менән башҡарҙыҡ, һуңыраҡ ярымавтомат һәм автомат машиналарында эшләнек. Эшләүе бик күңелле була торғайны. Яҡшы түләнеләр, икебеҙ ҙә ҡиммәтле бүләктәргә, Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына, “Хеҙмәт уҙаманы” билдәләренә лайыҡ булдыҡ, - тип һағынып иҫкә ала ул йылдарҙы хеҙмәт уҙаманы.
2012 йылда күҙҙәре насар күрә башлағанға тиклем Фаат ағай мәсеттә уҙғарылған йома намаҙҙарына йөрөй, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу эштәрендә лә ҡатнаша. Шулай булһа ла, әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмаған пар бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәй. Бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата ла тик изгелек кенә. Шуға ла ауылдаштары ла бик ихтирам итә уларҙы.
Фәнирә һәм Фәриҙә ҡыҙҙары Себер тарафтарында төпләнгән. Улдары Марат вахта ысулы менән шунда уҡ эшләп йөрөй. Иң кесе ҡыҙҙары Роза баш ҡалала йәшәһә, Эльзалары Прибельскийҙа ғүмер итә. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә үҙҙәренә оҡшап итәғәтле, ата-әсәһенә һәм олатай-өләсәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәйҙәр. Бриллиант туйҙарын да йәй көндәрендә барыһы ла бергә йыйылышып ҡайтҡас үткәрергә ниәтләйҙәр.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.