25 апрель республика күсмә ветлабораторияһы Бөрйәндә эшләйәсәк

Әлбиттә, бал ҡорто ауырыуҙын дауалауға ҡарағанда үҙ ваҡытында иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ. Әммә был йүнәлештәге эш һуңғы йылдарҙа бер аҙ һүлпәнәйә төштө, буғай. Бөгөн күп умартасылар үҙҙәре тотҡан күстәрҙең ниндәй сирҙәр менән ауырығанын белмәй. Шуға күрә улар күстәргә ниндәй дарыуҙар бирергә кәрәклеген дә белмәй. Шул уҡ ваҡытта һатыуҙа матур-ялтырауыҡлы һауыттарҙа тәҡдим ителгән дарыуҙар үтә күбәйеп китте. Уның тышындағы яҙыуҙарына ышанһаң, был дарыу бал ҡорттарын барлыҡ ауырыуҙарҙан дауалай-һауыҡтыра ала икән. Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тура киләме-юҡмы – әлбиттә, быны тикшереү-өйрәнеүҙәр алып бармайынса әйтеп булмай. Тикшереү-өйрәнеүҙәргә килгәндә инде, әлбиттә, иң тәүҙә бал ҡорттары нимә менән ауырый икәнен билдәләп алыр кәрәк. Ҡорт ауырыуҙарын үҙ ваҡытында асыҡлаған осраҡта ғына уларға ҡаршы аныҡ көрәш алып барып буласаҡ. 

Был йүнәлештә бөгөн республикала әүҙем эш алып барыла. Бөрйән ҡортоноң тотош республикала мөһим урын алып тороуын күҙ уңында тотоп, 25 апрель көнө республика күсмә ветлабораторияһы Бөрйән районында эшләйәсәк. Шуны билдәләп үтер кәрәк, был күсмә ветлабораторияла көслө белгестәр эшләй, ул яңы һәм заман талабына тура килгән ҡорамал-приборҙар менән йыһазландырылған. Ошо көндө һәр умартасы ҡорт өлгөләре алып килеп уларҙы тикшертеүгә бирә ала. Бөгөн, әлбиттә, үрсемде (расплод) алып килеп булмай. Шуға күрә үлгән ҡорттарҙы (подмор) һәм оя төбөндә йыйылған сүп-сарҙы алып килеү кәрәк. Һәр күстән 100 һәм унан күберәк үлгән бал ҡорто алыу кәрәк. Ә сүп-сар мөмкин тиклем күберәк ояларҙан алына. Уның дөйөм ауырлығы 200 гр кәм булмауы мөһим. Үлгән бал ҡорттарын һәм сүп-сарҙы полиэтилен тоҡсайҙарҙа алып килеү уңайлы. Ҡағыҙға төрөп алып килһәң дә мөмкин. Ҡорт өлгөләрен 25 апрелгә тиклем район ветстанцияһына алып килеп тапшырырға ла була. Барлыҡ тикшереү-өйрәнеүҙәр өсөн киткән сарыфты республика ветлабораторияһы үҙ өҫтөнә ала, умартасыларҙан түләү алынмай. Моғайын, үҙ ҡортона битараф булмаған һәр умартасы ҡорт өлгөләрен күсмә ветлабораторияға алып килер. Районда ниндәй ҡорт ауырыуҙары бар, уның ҡайһылары өҫтөнлөк итә – бары тик ошоларҙы асыҡлағас ҡына уларға ҡаршы ниндәй дарыуҙар ҡулланып көрәш алып барыу тураһында аныҡ һөйләшеү буласаҡ. 

Зәбир Аратов 
Бөрйән ветеринар станцияһы начальнигы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей