13 процент аҙ түгел

Һауа шарттары яҙғы сәсеү эштәренә ныҡлап тотонорға форсат бирмәй. Апрелдең һуңғы көндәрендә ҡар яуыуы, ҡапыл һыуытыуы хужалыҡтарҙы хафаға һалды.

Бөгөнгә хужалыҡтарҙа 7384 тонна минераль ашлама (89 процент) тупланған. Тағы 160 тонна индереү планлаштырыла.

8300 тонна орлоҡ (100 процент) ағыуланған. Күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу, ашлау тамамланған.

Түбән температура ужымдарҙы туңдырған. Күбеһенсә “Ашҡаҙар”, Салауат исемендәге хужалыҡтарҙа ужым культураларының 13 проценты  (был 1758 гектар майҙанды тәшкил итә) зыян күргән. Ауыл эшсәндәренә баҫыуҙарҙы яңынан эшкәртеп ярауайҙар сәсергә тура киләсәк. Өҫтәүенә, яғыулыҡ-майлау материалдарына, орлоҡ ашламаларға сығым талап ителә. Ҡалған 11060 гектар майҙандағыһын (ул 84 процент тәшкил итә) ашлама менән туҡландырғандар.

Ошоға тиклем сәсеүлек майҙанының 17540 гектарында (22 процент) - ярауай орлоҡтар, 5650 гектарында (24 процент)  - техник , мал аҙығы культуралары 510 гектарҙа (4 процент) сәселгән.

Туранан тура сәсеү ысулын ҡулланған хужалыҡтарҙа яландарҙағы ҡый үләндәрҙе гербицид менән ағыулау башланған.

Әҡлимә ИМАМОВА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей