Лениндарҙың ураҡ-2018 карауайы тос булды

Район агросәнәғәтенең танылған лидеры – Ленин исемендәге АХК төбәктә иң тәүгеләрҙән булып урып-йыйыу эштәрен тамамланы. Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән коллектив ураҡты ойошҡанлы атҡарып сыҡты һәм район карауайына тос өлөш индерҙе. Бөтәһе 2172 гектарҙағы иген һәм техник культураларҙан яҡшы уңыш үҫтереп алынды, гектар ҡеүәте уртаса 18 центнер тәшкил итте. һоло – 19,6, арпа – 17, бойҙай 16 центнер төшөм бирҙе. Быйылғы шарттарҙа был бик яҡшы күрһәткес.

Хужалыҡ етәкселегенең тармаҡҡа даими иғтибары һәм хәстәрлеге менән Ленин исемендәге АХК быйыл да үҫемлекселектә рентабелле эшләүгә өлгәште. Предприятиеның агрономия (баш агроном Урал Әхмәтйәнов), инженерия (баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов) хеҙмәттәренең, бригадирҙар Азат Исхаҡов һәм Урал Гөлбәйетовтарҙың производствоны тейешле кимәлдә ойоштороуы һөҙөмтәһендә урып-йыйыу эштәрен ойошҡан-лы атҡарып сығыуға өлгәшелде.

Хужалыҡ игенселәре быйыл да ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте. Иген культураларын сабыуҙа механизатор Фәнил Ғәйетбаев һәм комбайнсы Зәки Ҡотлоғужин, урып-һуғыуҙа комбайнсылар Ғәлим Ғәлин, Биктимер Килдин, ашлыҡты ташыуҙа водителдәр Дамир Үҙәнбаев һәм Наил Үҙәнбаев баҫыу батырҙары булып танылды.

Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы баҫыуҙан килтерелгән ашлыҡты ҡабул итеү, уны таҙартып келәттәргә һалыу буйынса ҙур эште атҡарып сыҡты. Айырыуса ЗАВ агрегаты операторҙары Сәлимйән Исмәғилев, Илһам Сәлимов, механизаторҙар Самат Сәйетов һәм Илшат Сирбаев, водитель Рәхимйән Ғәлин һынатманы. Бөтәһе 300 тонна һоло, 200 тонна арпа һәм 196 тонна бойҙай орлоғо һалынды.

Миңзәлә Ишалина етәкләгән ашнаҡсылар коллективы баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөрҙө, урып-йыйыу эштәренең ойошҡанлы барыуына тос өлөш индерҙе.

Ленин исемендәге АХК йылдың-йылы страховка культуралары сәсеүгә, ер эшкәртеүгә етди иғтибар бүлә һәм был үҙенең тос емештәрен бирә. 150 гектарҙа ужым арышы сәселде. Быйыл был культура мал аҙығы базаһын тулыландырыуға тос өлөш индергәйне. Арыштың ҡоролоҡло төбәктә малсылыҡты үҫтереүгә индергән ҙур өлөшөн күҙ уңында тотоп, киләсәктә лә унан баш тартмаясаҡтар.

Ерҙе туңға һөрөү һәм эшкәртеү лениндарға йылдың-йылы мул уңыш үҫтереп алыу мөмкинлеге бирә. Әле был эш дауам итә – 260 гектарҙа ер туңға һөрөлгән дә инде.

Бөгөн Ленин исемендәге АХК-ла төп көс мал ҡышлатыу миҙгелен лайыҡлы ҡаршы алыуға йүнәлтелгән. Был яуаплы миҙгелгә лә хужалыҡ күптән инде тейешенсә әҙерләнгән: өс ферма ла малды ҡабул итеүгә әҙер; мал аҙығы ла етерлек күләмдә тупланған. Күреүебеҙсә, райондың башҡа хужалыҡтарына лениндар үрнәк булып тора һәм быны производствоның һәр участкаһында гөрләп барған эштәр ҙә асыҡ дәлилләй.

Азамат МӨХӘМӘТШИН

Автор фотолары

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей