Келәттәр тулып килә

Район хужалыҡтарында бөгөнгө көнгә 84 процент майҙандан, йәғни 17 мең гектарҙан 35700 тонна бөртөклө культуралар йыйып алынған.

Уртаса гектар ҡеүәте 21 центнер тәшкил итә, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа был күрһәткес 25-26 центнерға етә.“Победа”, “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “Лейтер”, “Искәндәров” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары иген баҫыуҙарында эште теүәлләгән. “Правда”, “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “Едих” крәҫтиән-фермер хужалығы ла урып-йыйыу эштәренең аҙағына яҡынлай.

Бер үк ваҡытта районда ужым сәсеү ҙә дауам итә. Был культура 6800 гектарҙа планлаштырыла, әле уның 74 процентында, йәғни 5 мең гектарында эш башҡарылған.

Иген культураларын йыйыу һәм ужым сәсеүҙе 20 сентябргә тулыһынса йомғаҡлап ҡуйырға ниәтләйҙәр.

Резеда ӘХМӘТГӘРӘЕВА,

газета "Торатау"

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей