95 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ

Ошо көндәрҙә Яңы Бәпес ауылында күркәм 95 йәшлек юбилейын билдәләүсе тыл һәм хеҙмәт уҙаманы Яҡупов Ҡасим Мөхәмәтвәли улы.

Күп уҡырға яратыусы аҡһаҡалға гәзит- журналдар һәм күстәнәстәр тапшырып, музыкаль сәләм еткерҙеләр.

Яҡупов Ҡасим Мөхәмәтвәли улы 1930 йылдың 26 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы районы Ташбаш ауылында донъяға килгән. 4 класс белем алған. Бәләкәйҙән алып саңғыла йөрөргә яратҡан, саңғы шыуғанда аяғын һындырып, бер аяғы дөрөҫ ялғанмай, ҡыҫҡа булып ҡалған, шул сәбәпле әрме хеҙмәтенә алынмаған.

1957 йылда Хәҙисә Хөснөтдин ҡыҙын осратып, өйләнешәләр. Ҡасим Мөхәмәтвәли улы ат ҡараусы булып эшләгән, ҡымыҙ бешкәндәр, хаҡлы ялға сыҡҡансы фермала мал ҡараған.

Хәҙисә Хөснөтдин ҡыҙы фермала һауынсы булып эшләй. 5 балаға ғүмер биреп, 56 йыл бергә, ҡулға- ҡул тотоношоп йәшәйҙәр. Бөгөнгө көндә 21 ейән-ейәнсәргә һәм 25 бүлә- бүләсәгә ҡартатай булып ғүмер итә.

Хөрмәтле уҙаманға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләп ҡалабыҙ!

 

Источник: Старобабичевский СМФК.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей